Йәмғиәт
26 Февраль , 09:00

Мессенджерҙағы серле хәбәр аҡса юғалтыуға килтергән

Бәләбәй районында бер ҡатын телефондан мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Улар хәйләле схеманы уның банк иҫәбенә инеү һәм аҡсаны урлау өсөн файҙаланған.

Мессенджерҙағы серле хәбәр аҡса юғалтыуға килтергәнМессенджерҙағы серле хәбәр аҡса юғалтыуға килтергән
Мессенджерҙағы серле хәбәр аҡса юғалтыуға килтергән

Барыһы ла мессенджерҙағы хәбәрҙән башлана. Хәбәрҙең тексы ҡыҫҡа һәм серле була: «Сәләм, уны беләһеңме? Бөгөн вафат булды». Хәбәргә һылтанма беркетелгән булған. Ханым уның аша сығып, мутлашыусыларға үҙенең кеҫә телефоны менән идара итергә рөхсәт бирә.

Зыян күреүсе банк ҡушымтаһын тикшергәндән һуң уның иҫәбенән ете мең һум иҫәптән төшөрөлгәнен асыҡлай.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары район халҡына уяу булырға һәм таныш булмаған хәбәрҙәрҙән һылтанмалар буйынса күсмәҫкә кәңәш итә. Шуны иҫтә тотоғоҙ: алдаусылар һәр ваҡыт алдауҙың яңы алымдарын уйлап таба, һәм һеҙҙең һаҡ булыуығыҙ ғына насар эҙемтәләрҙән һаҡланырға ярҙам итер.

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас