Муниципалитет хакимиәте башлығы депутаттар алдында 2025 йылда райондың социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары тураһында отчет бирҙе һәм 2026 йылға бурыстар билдәләне. 50 минуттан ашыу дауам иткән доклад район тормошоноң бөтә яҡтарын: иҡтисадты һәм бәләкәй бизнесты, төҙөкләндереүҙе һәм социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе, бәләкәй бизнесҡа һәм халыҡтың хеҙмәт мәшғүллегенә ярҙам итеү - иҡтисадты үҫтереүҙең уңыштары һәм ҡатмарлыҡтарын үҙ эсенә алды.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү темаһы сығышта иң мөһимдәренән булды. Ул хәрби бурыстарҙы үтәү барышында күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн 2025 йылда 79 Бәләбәй кешеһе Батырлыҡ орденына лайыҡ булды, генерал Шайморатов ордены менән 2 кеше, генерал Шайморатов миҙалы менән 12 яҡташыбыҙ бүләкләнде, тип хәбәр итте. Һуңғы өс йылда мәктәптәрҙә 15 мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, районда 30 музей объекты асылған, ә даими нигеҙҙә «Герой әсәһе. Герой ҡатыны» фотокүргәҙмәһе эшләй.
«Бөгөн Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләрен күрһәтеү бик мөһим», - тип билдәләне Азат Альверт улы.
Һәләк булғандарҙы бөтә ҡатнашыусылар һәм саҡырылғандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Сығышы барышында район башлығы иҡтисадта маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү, граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн хакимиәттең һәм райондың яуаплы хеҙмәттәре алдына бурыстар ҡуйҙы.
«2026 йыл бөтә ил өсөн әһәмиәтле буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Сәхәбиев. - Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы исеме аҫтында үтәсәк. Ә республикала был йыл тағы ла бер мөһим мәғәнәгә эйә – ул Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде... Райондың бөтә ҡаҙаныштары һәм уңыштары – күп быуын бәләбәйҙәрҙең ҡаҙанышы. Һәм бөгөн беҙ уларҙың эшен дауам итәбеҙ... Беҙҙең көсөбөҙ тарихи мираҫтың бөйөклөгөндә, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлегендә, ныҡлы традицияларыбыҙҙа һәм юғары рухи ҡиммәттәребеҙҙә».
Бәләбәй районы Советы рәйесе Сергей Лущиц алып барған совет ултырышында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, депутаттар, МХО-ла ҡатнашыусылар, район предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары ағзалары ҡатнашты.
Килсенбаев Урал Таһир улы Бәләбәй районы хакимиәте башлығының бай докладын юғары баһаланы. Үҙенең сығышында Ул Бәләбәй Үҙәк район дауаханаһында медицина кадрҙары етешмәүе (медицина колледждарын тамамлаусылар менән тығыҙыраҡ эшләргә кәңәш итте), район мәктәптәрендә беренсе класс уҡыусылары һанының кире динамикаһы миҫалында демографик күрһәткестәрҙең кәмеүе, шулай уҡ башҡорт вуздарына уҡырға инеүсе мәктәпте тамамлаусылар һанының кәмеүе хаҡында борсолоуҙары менән уртаҡлашты. Был район иҡтисады үҫешенә туранан-тура йоғонто яһай. Ул алдағы йылға ғына түгел, ә бер нисә йылға алдан күҙаллау тенденцияһын билдәләне. Урал Таһир улы Бәләбәй районында уҙғарылған төп саралар темаһын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Цветаева усаҡтарын күләмлерәк байрам итеү тураһында йөкләмәһен айырым иҫкә төшөрҙө.
"Республикала ҙур һәм татыу ғаилә йылы демографик хәлде яҡшыртыуға ғына йүнәлтелмәгән. Республикабыҙҙа милләттәр һәм конфессиялар араһында бер ниндәй ҙә ыҙғыш юҡ. Толерантлыҡ юҡ, ә ғаилә, дуҫлыҡ бар! Республикала ҡатнаш ғаиләләр бик күп, ә был бик мөһим! - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды юғары ҡунаҡ.
Бәләбәй районына килеүемә шатмын, тип билдәләне ул.
"Бала сағында өс йыл тирәһе ғаиләләре менән Веровка ауылында йәшәгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин бер нәмә лә хәтерләмәйем, әммә һеҙ минең туғандарым икәнлегемде тоям! Шундай дуҫтарса нотала тамамланы үҙенең сығышын Урал Таһир улы Килсенбаев.
Елена Петрова фотолары