Йәмғиәт
2 Марта , 13:00

Бер ҡатын танышын сүкеш менән һуғып үлтергән

Бәләбәйҙән 38 йәшлек ҡатын үлтереү тураһында эш буйынса суд тикшереүе фигуранты буласаҡ. Прокуратура мәғлүмәте буйынса, уҙған йылдың көҙөндә бер ҡатын менән танышы араһында спиртлы эсемлектәр эскәндә бәхәс сыға.

Бер ҡатын танышын сүкеш менән һуғып үлтергәнБер ҡатын танышын сүкеш менән һуғып үлтергән
Бер ҡатын танышын сүкеш менән һуғып үлтергән

Бәхәс барышында ҡатын сүкеш менән ирҙең башына һуҡҡан. Ирҙе  дауаханаға алып китәләр, ләкин, табиптарҙың күп көс һалыуына ҡарамаҫтан, өс аҙнанан һуң ул аңына килмәйенсә вафат була.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Енәйәт эше ҡарау өсөн Бәләбәй ҡала судына ебәрелгән.

Регина Иванова әҙерләне

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас