Йәмғиәт
3 Март , 05:00

3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө

Шиғриәт минуттары. Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рузилә Баймиеваның шиғырҙарын уҡыйыҡ

3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө
3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө

Ғүмер берәү генә...

 

Ғүмер берәү генә, тиҙәр,

Ҡәҙерҙәрен белегеҙ.

Нисек белергә һуң уны,

Мине лә өйрәтегеҙ.

 

Тормош көтәм һәүетемсә,

Алдан сабып китмәйем,

Башҡаларҙан ҡалышам, тип,

Артына ла типмәйем.

 

Иртән торһам, һөйөнәмен,

Шөкөр ҡылам кистәрен.

Хандыҡылай йортом да юҡ,

Артыҡ китмәй иҫтәрем.

 

Эшем булһа, ашым да бар,

Була күрһен тик һаулыҡ,

Байлыҡҡа ла күҙем ҡыҙмай,

Ғаиләм - оло байлыҡ.

 

Ҡәҙерен белеп йәшәүҙәрең

Өйрәтегеҙ серҙәрен,

Һуңға ҡалһам, бирелмәҫ бит,

 Яңыһы ғүмерҙәрҙең.

 

Ә әлегә белгәнемсә

Дауам итәм йәшәүемде,

Саҡ йәшәй башлаған мәлем –

Белеп үҙ ҡәҙеремде.

 

 

Йәшәйем бөгөн бәхетле

 

Минуттарҙы, сәғәттәрҙе һанап,

Тек - тек сәғәт телдәре...

Текелдәгән һайын яҡынлаша

Ғүмеремдең алтын көҙҙәре.

 

Йөрәккәйем, ун һигеҙҙә кеүек,

Ярһып тибә шашып, талпынып,

Бәхет ҡапҡалары асылыр тип,

Мөғжизәгә һаман ышанып.

 

Дөрөҫ йәшәлмәгән минуттарым,

Сәғәттәрем ҡалды үткәндә,

Һуңға ҡалып, үкенәһем килмәй,

Ғүмер йомғаҡтарын һүткәндә.

 

Өлгөр, тиеп, йәшәп ҡалырға

Киҫәтәләр сәғәт уҡтары.

Хоҙай ғына белә, ҡайһы көндә

Сәғәтғмдең һүнеп туҡтарын.

 

Ғүмеремдең һәр бер минуты,

Һәр секунды үтә ҡәҙерле...

Иртәгәгә өмөтөмдө өҙмәй,

Йәшәйем мин бөгөн бәхетле.

Автор:
Читайте нас