

Мейестән сығарғандан һуң предприятиела икмәкте максималь тотоу мөҙҙәте элекке кеүек үк 10 сәғәттән ашмай. Ә бына ваҡлап һатыу селтәрендә һатыу ваҡыты буйынса тәҡдимдәр (элек мейестән сығарылғандан алып 24 сәғәт тәшкил итә ине) яңы ГОСТ-тан алынды.
Шулай уҡ аҡ икмәк әҙерләү өсөн файҙаланырға мөмкин булған сеймал исемлеге яҙылған. Улар - юғары, беренсе һәм икенсе сортлы бойҙай оно, икмәк бешереү өсөн әсетке, аш тоҙо, эсәр һыу һәм аҡ шәкәр.
Функциональ кластарҙан «он эшкәртеү өсөн матдә», «окислаштырыуға ҡаршы» аҙыҡ өҫтәмәләрен, фермент препараттарын, шул иҫәптән норматив документ буйынса комплекслы аҙыҡ өҫтәмәһе составында, ҡулланыуға мөмкин.
Документ халыҡ-ара стандарт булып тора һәм 1 апрелдән үҙ көсөнә инә.
Элегерәк Рәсәйҙә сәк-сәк өсөн дәүләт стандарттары булдырылды тип яҙғайныҡ: https://vk.com/wall-188461041_23922