Йәмғиәт
3 Марта , 11:00

Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?

«БИ» фотохәбәрсеһе Елена Петрованың иғтибарын ҡала быуаһында мәке  быраулаған балыҡсылар йәлеп итә.

Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?
Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?

Петр Иванов менән Андрей Маркелов үҙҙәрен балыҡсы-спортсылар тип атай. Ҡыш уртаһынан улар быуаға килеп, балыҡтар кислородһыҙ интекмәһен, үлеүҙәренә юл ҡуймау өсөн мәкеләр уялар.

Балыҡсылыҡ һаулыҡты һаҡларға ярҙам итә, тип һөйләй улар. Элек ҡышын балыҡ тотоу буйынса ярыштар уҙғарыла ине, Бәләбәй балыҡсылары-спортсылары 30 йылға яҡын республикала беренселекте тотто. Команданың күп йыллыҡ капитаны Рудольф Матвеевич Павлов, Эске эштәр министрлығы ветераны, яҙыусы, «Рыболовные истории» китабы авторы.

– Балыҡсылар йәмғиәте бөтөрөлдө, әммә беҙ – балыҡсы-спортсылар - йәмәғәт башланғысында балыҡтарға ҡышты үткәрергә ярҙам итеү  традицияларын һаҡлайбыҙ. Һыу ятҡылыҡтарына, быуаларға киләбеҙ, үҙ-ара аралашабыҙ. Һәр беребеҙ ваҡытлыса эколог һөнәренә эйә була - ҡышын балыҡтарҙы кислород етмәүҙән һаҡларға ярҙам итәбеҙ. Бер нисә уйылған мәке – ул һыуҙа өҫтәмә кислород. Быйыл боҙ ҡалын, ҡар ҡатламы метрға тиклем етә - тәбиғәткә ярҙам итергә кәрәк, - тип уртаҡлашты Рудольф Павлов.

Әгәр һеҙ һыу ятҡылығында боҙ быраулаған кешене күрһәгеҙ, белегеҙ - ул һәүәҫкәр балыҡсы йәки спортсы ғына түгел, ә балыҡсы-эколог!

Елена Петрова фотолары

Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?
Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?
Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?
Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?
Ни өсөн балыҡсылар эколог булып китә?
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас