Уға мөрәжәғәт итеүселәр араһында - Бәләбәйҙән бер кеше, уны йәмәғәт мунсаһын асыу ваҡыты борсой.
Социаль селтәрҙә Азат Сәхәбиев түбәндәгеләрҙе яҙған:
«Һорау биреүсе, күптәр кеүек үк, ҡаланың йәмәғәт мунсаһы яҙмышы өсөн борсола. 1982 йылда төҙөлгән бина ул. Мунсаның матди-техник торошо иҫкергән һәм йыуынырға килеүселәр өсөн хәүефле.
Капиталь ремонтһыҙ уны артабан файҙаланыу мөмкин түгеллеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға күрә ул мәжбүри рәүештә ябылды.
Бөгөнгә мәсьәләне хәл итеүҙең ике юлын ҡарайбыҙ:
- йәки иҫке мунсаны реконструкцияларға,
- йәки яңы мунса төҙөргә. Уның өсөн ер участкаһы һайланған да инде».
Әлеге ваҡытта ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың береһенән инвестиция тәҡдиме әҙерләнә, тип билдәләне ул. «Башҡа инвесторҙарҙан да тәҡдимдәр көтәбеҙ. Хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ», - тип хәбәр итте муниципалитет башлығы.