Йәмғиәт
6 Марта , 07:00

Бөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡыты

8 Март алдынан Өфөлә «Бәләкәй принцессалар балы» үтте. Бер көнгә Башҡорт опера һәм балет театры әкиәт һарайына әүерелде, унда төп геройҙар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлекле балалары булды.

Бөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡытыБөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡыты
Бөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡыты

Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән килгән өс йөҙгә яҡын бала үҙҙәрен ысын принцесса итеп тойҙо.

Бәхетле ҡатнашыусылар араһында Бәләбәй районынан Виктория Головина Һәм Камилла Наҙершина ла булды.

Театр тупһаһынан уҡ бәләкәй принцессаларҙы артистар һәм ирекмәндәр сәләмләне, улар йылмайып һәр ҡыҙға балҡып торған таж һәм нескә сәскә беләҙеге, ә әсәйҙәренә нәфис бутоньерка бүләк итте.

Һуңынан уларҙы Грек театры залында әкиәт персонаждары көттө. Бында  күңел асыу халәте хөкөм һөрҙө: интерактив уйындар, дәртле бейеүҙәр һәм ҡунаҡтар ҡатнашҡан йырҙар. Балаларға күңелһеҙләнергә ваҡыт булманы:  улар өсөн мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгән, визаж студияһы һәм был онотолмаҫлыҡ мәлдәрҙе төшөрөү өсөн бик күп сағыу фотозоналар эшләнгән.

Программаның төп өлөшө – «Осоусы карап» әкиәте байрамдың кульминацияһы булды. Театр сәхнәһендә күрһәтелгән мөхәббәттең мөғжизәләре һәм көсө тураһындағы тарих бөтә тамашасыларҙы фантазия һәм изгелек донъяһына сумдырҙы,  иң йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Көн аҙағында бөтә йәш принцессалар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан һәм уның ҡатынынан бүләктәр алды.

Әйткәндәй, шәфҡәтлелек һәм иғтибар символына әүерелгән проект БР Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса етенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Был ғәжәп ваҡиға «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды тарафынан күп һанлы битараф булмаған кешеләр ярҙамында ойошторола

Фотолар В. Головина һәм К. Наҙершина архивынан

 

Бөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡыты
Бөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡыты
Бөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡыты
Бөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡыты
Бөтә республиканан принцессалар өсөн мөғжизәләр ваҡыты
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас