Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март , 12:00

Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!

Бәләбәй районының Үҙәк мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Мөхәббәттең яҙғы симфонияһы» исемле муниципаль тантаналы сара үтте. Байрам концерты, был яҡты һәм матур көндө бергәләп билдәләү өсөн, балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем төрлө йәштәгеләрҙе берләштерҙе.

Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!

Байрам концерты быуындар осрашыуы, ҡатын-ҡыҙҙарға уларҙың хеҙмәте, аҡылы һәм наҙлылығы өсөн рәхмәт белдереү мөмкинлеге булды.

Тантаналы сара Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтың сәләмләү һүҙенән башланды. Үҙенең сығышында ул һәр кешенең тормошонда ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йылылыҡ һәм ҙур ихтирам менән МХО-ла  ҡатнашыусыларҙың әсәләрен, ҡатындарын һәм тол ҡатындарын ҡотланы. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре һәм юғары ҙөнәрилектәре өсөн Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары тапшырҙы.

Почетлы ҡунаҡтар Һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Бәләбәй районы ҡатын-ҡыҙҙарына йылы ҡотлауҙарын белдерҙе, йәмғиәттә, ғаиләлә һәм һөнәри эшмәкәрлектә уларҙың баһалап бөткөһөҙ ролен айырыуса билдәләне.

Үҙәк мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары сағыу номерҙарҙана музыкаль гөлләмә әҙерләгәйне. Хореографик композициялар, әҙәби-музыкаль номерҙар, халыҡ һәм популяр йырҙар тамашасыларға байрам кәйефе, берҙәмлек һәм шатлыҡ тойғоһо бүләк итте.

Программаға «Йәш тауыштар - 2026» муниципаль конкурсында ҡатнашыусылар айырым халәт өҫтәне. Был кистә традиция буйынса музыкаль ярышта еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Елена Петрова фотолары

 

Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Яҙғы мөхәббәт симфонияһы»!
Автор: Светлана Прокофьева
Читайте нас