Коллегия эшендә БР Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул министрлыҡ коллективының яйға һалынған эше арҡаһында республика граждандары алдындағы бөтә социаль йөкләмәләр тулы күләмдә үтәлгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул башҡарған эше өсөн БР Хеҙмәт министрлығына рәхмәт белдерҙе һәм ведомство хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Юғары профессионализмы, ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ камил хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ Лилиә Мирғәлиева, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы буйынса филиалы директоры урынбаҫары, Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Был награда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан лайыҡлы бүләк булды.
Ҡотлайбыҙ!