Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 14:00

Сәскәләрҙе күп бүләк иттеләрме?

Баҡтиһәң, розаларҙы картуф ярҙамында тамырландырып була икән.

Сәскәләрҙе күп бүләк иттеләрме?
Сәскәләрҙе күп бүләк иттеләрме?

Бының өсөн розаның сәләмәт һабаҡтарын һайлайбыҙ һәм 15 сантиметр тирәһе оҙонлоҡта киҫәбеҙ. Уларҙың һәр береһендә 2-3 бөрө булырға тейеш. Һабаҡтарҙың аҫҡы өлөшөн үткер бысаҡ менән бөрөнөң аҫтынан ғына 45 градуслыҡ мөйөш итеп, өҫкө бөрөнән 1,5-2 сантиметр өҫтәрәк иһә туры итеп киҫәбеҙ. Шунан һабаҡтарҙы бер нисә сәғәткә “Корневин”ға ултыртып торорға мөмкин. ‎

Артабан картуфта 2-3 сантимер тәрәнлектә соҡор яһап, һабаҡты шунда урынлаштырабыҙ. Шунан картуфты тупраҡҡа ултыртабыҙ, күмәбеҙ һәм һыу һибәбеҙ. Парник эффекты булһын өсөн һабаҡты банка йә булмаһа пластик һауыт менән ҡаплайбыҙ. Тик уны даими рәүештә 10-20 минутҡа алып, елләтеп торорға кәрәк. Шуны ла әйтергә кәрәк – һәр һабаҡты айырым картуфҡа ултыртабыҙ. ‎

Артабан инде дөрөҫ итеп тәрбиәләү мөһим. Тупраҡ һәр ваҡыт бер аҙ дымлы, ә температура 20-23 градус булырға тейеш. Һыу һипкәндә шәкәр ҡомо өҫтәргә мөмкин – бер стаканға 1-2 сәй ҡалағы етә. Көн һайын асып, 10-15 минутҡа елләтеп алыу кәрәк. ‎

Ике аҙнанан һуң елләтеү ваҡытын аҙ-аҙлап арттырып, шунан инде бөтөнләй асырға була. Ғәҙәттә, һабаҡтар 3-5 аҙна эсендә тамыр ебәрә. Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ – һабаҡты артыҡ тәрәнгә ултыртмағыҙ, “күҙле” картуф файҙаланмағыҙ һәм үҫенте артыҡ ҡояшлы урында тормаһын.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/news/ba-sa/2026-03-09/b-l-k-s-sk-l-r-e-tashlama-y-rozany-kartufta-tamyrlandyraby-4606859

 

Автор:
Читайте нас