Яҡташыбыҙ 2022 йылда мобилизациялана, тәүҙә разведкала хеҙмәт итә, һуңынан үҙ аллы дрондар менән идара итеүҙе үҙләштерә башлай. Уҡып бөткәс, инструкторҙар FPV-аппараттар һәм разведка яһаусы пилотһыҙ аппараттар менән эшләргә рөхсәт ала.
Бөгөн «Малой» һауанан күҙәтеү алып бара, дошмандың позицияларын асыҡлай, утҡа төҙәтмәләр индерә һәм штурм подразделениеларына ярҙам итә. Уның һүҙҙәренсә, разведка дрондары – армияның «күҙҙәре һәм ҡолаҡтары», ә һәр осош максималь концентрация һәм яуаплылыҡ талап итә.
«Башҡортостандағы пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары сафын тулыландырырға хәл иткән егеттәргә пилотлау нигеҙҙәрен өйрәнеүгә яуаплы ҡарарға, инструкторҙарҙы тыңларға кәңәш итке килә», - ти беҙҙең яугир.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында һорауҙар бармы? Бушлай 122 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.