Уҙған йылдың декабрендә ғәйепләнеүсе урында йәшәгән ҡатын менән танышҡан. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ҡыҙ йоҡлап киткән, ә ҡунаҡ был хәлдән файҙаланып, уның алтын биҙәүестәрен урлаған.
Икенсе көндө ир затлы нәмәләрҙе ломбардҡа тапшырырға маташҡан, ләкин уны полицейскийҙар ҡулға алған. Әйткәндәй, Башҡортостан Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бынан алда ир наркотиктар әйләнеше өсөн хөкөм ителгән булған.
Суд ғәйепләнеүсене ике йыл ярымға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте.