Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 12:00

Ауыл мәсетендә ифтар мәжлесе

Изге Рамазан айында ураҙа тотоусыларға ифтар ашы әҙерләү – ҙур сауап. Баймырҙа ауылы халҡы шул ниәт менән ауыл мәсетендә табын ҡорҙо.

Ауыл мәсетендә ифтар мәжлесе
Ауыл мәсетендә ифтар мәжлесе

Ауылыбыҙҙың шәхси эшҡыуары Фларид Фәсхетдинов һәм ауылдашыбыҙ Әлиә Мәжитова ифтар ашы үткәреү өсөн аҡса күсереп ҡыуандырҙы. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар берҙәм булып мәсет эсен йыйыштырып, матур байрам табыны ойошторҙо. Тыныс, бәрәкәтле тормош, илебеҙгә именлек теләп имам-хатиб Зиннур Ғилманов аяттар уҡыны, хәйерҙәр һалынды. Ошо изге эште ойоштороп йөрөүсе Ильмир Ҡаһиров, Алидә Ғилманова, Кәримә Ҡаһирова, Ильзира Ҡаһирова, Гүзәлиә Гостеваға һәм барлыҡ ауылдаштарға рәхмәтлебеҙ. Рамазан айы мөбәрәк булһын, сауаптарын насип итһен!

Әсмә Әхтәриева

 

Ауыл мәсетендә ифтар мәжлесе
Ауыл мәсетендә ифтар мәжлесе
Ауыл мәсетендә ифтар мәжлесе
Ауыл мәсетендә ифтар мәжлесе
Автор:
Читайте нас