Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 12:30

Бәләбәйҙә тыуып үҫкән Олег Данилиндың педагогик уңышы

«БИ» журналистары һәр саҡ яҡташтарының уңыштарын иғтибар менән күҙәтә. Бөгөн беҙ Бәләбәйҙә тыуып үҫкән Олег Данилиндың педагогик өлкәлә сираттағы ҡаҙанышы тураһында яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ.

Бәләбәйҙә тыуып үҫкән Олег Данилиндың педагогик уңышы
Бәләбәйҙә тыуып үҫкән Олег Данилиндың педагогик уңышы

Олег Васильевич «Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының дөйөм белем биреү ойошмаларының йыл педагогы-2026» X Бөтә армия конкурсында ҡатнашҡан, «Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы» номинацияһында 3-сө урын яулаған һәм грамота,  ҡиммәтле бүләк менән наградланған.

2022 йылдан ул Рәсәй Оборона министрлығының Кронштадт диңгеҙ кадет хәрби корпусында эшләй.

Конкурс 2026 йылдың 3 мартынан 5-енә тиклем Мәскәүҙең «Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тәрбиәләнеүселәре пансионы» кадет корпусында уҙған.

Бында яҡташыбыҙ эксперт жюрийына педагогик оҫталығын, асыҡ уҡыу дәресендә һөнәри белемдәрен һәм компетенцияларын, лекциялар үткәреү күнекмәләрен күрһәткән, мәғариф системаһының мөһим проблемаларын күтәргән, эш тәжрибәһенә һәм авторлыҡ позицияһына нигеҙләнгән концептуаль методик алымдары менән уртаҡлашҡан.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өҫән-Ивановка ауылында «Цветаева усағы» әҙәби байрамын һәм башҡа сараларҙы ойоштороусыларҙың береһе булған Олег Данилин педагогика бейеклектәрен лайыҡлы яулай һәм буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларҙы үҫтерә.

Ҡотлайбыҙ!

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор: Любовь Иванова
Читайте нас