Ғаиләләр Рәсәй халыҡтарының традицион костюмдарын, милли йырҙарҙы белеүҙә, сетерекле һорауҙарға яуап биреүҙә, етеҙлеккә һәм тапҡырлыҡҡа ярышты. Конкурс программаһы аҙағында бөтә ҡатнашыусыларға конкурстың төрлө номинацияларында еңеүселәр дипломдары тапшырылды.
Сара күңелле һәм файҙалы ваҡыт уҙғарыу, мәҙәниәтең тураһында ниндәйҙер яңылыҡ белеү һәм ғаилә бәйләнештәрен нығытыу өсөн шәп мөмкинлек булды.
Фотолар гимназия-интернаттан