Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 12:00

МХО геройы менән йәштәр диалогы

«Тиҫтер» йәштәр сәйәсәте учреждениеһында «Геройҙар менән диалогтар» сараһы үтте. «Тиҫтер» тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм Бәләбәй районы муниципаль район Советы депутаты,  заманыбыҙ геройы Алексей Павлович Никулин менән аралаша алды.

МХО геройы менән йәштәр диалогы
МХО геройы менән йәштәр диалогы

Осрашыу йәштәрҙе генә түгел, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ла йыйҙы, социаль үҫеш идаралығы начальнигы Фидәлиә Халиҡова, Социаль үҫеш идаралығының йәштәр бүлеге начальнигы Ләйсән Зарипова, шулай уҡ педагогик хеҙмәт ветераны, 15-се мәктәптең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы-ойоштороусыһы, запастағы подполковник Рәйес Вәлиев ҡатнаштылар.

Алексей Павлович Ватанды һаҡлау нимә икәнлеген ишетеп кенә белмәй, ул  йәштәргә үҙенең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул МХО зонаһында хеҙмәт итеү, хәрби бурысын үтәгәндә көн һайын осрашырға тура килгән ауырлыҡтар һәм һынауҙар тураһында һөйләне.

Алексей Никулин иптәшлек һәм үҙ-ара ярҙам төшөнсәләренә айырыуса иғтибар бүлде. Тап ошо сифаттар яугирҙарҙы берләштереп һәм уларға төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеп, иң ҡатмарлы хәлдәрҙә терәк булып тора ла инде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Әңгәмә барышында үҫмерҙәр яу шарттарында яугирҙарҙың ғәҙәти көндәре, көнкүреше, хәрби хәрәкәттәр алып барыуы тураһында белде. Уларҙы тактика үҙенсәлектәренән алып гуманитар ярҙам роленә тиклем һәр төрлө һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.

МХО-ла ҡатнашыусы менән аралашыу ҡыҙҙар һәм егеттәргә илдә барған ваҡиғалар тураһында белеү генә түгел, үҙҙәрен ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ урыны булған ҙур һәм көслө дәүләттең бер өлөшө итеп хис итергә мөмкинлек бирҙе.

Осрашыу һуңында сараны ойоштороусылар Алексей Павловичҡа батырлығы, йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашырға әҙерлеге һәм теләге өсөн рәхмәт белдерҙе. Килгән ҡунаҡҡа символик бүләк - паракорд булараҡ билдәле нейлондан ныҡлы полимер бау тапшырылды.

Фотолар: «Тиҫтер» йәштәр сәйәсәте учреждениеһынан

 

МХО геройы менән йәштәр диалогы
МХО геройы менән йәштәр диалогы
МХО геройы менән йәштәр диалогы
МХО геройы менән йәштәр диалогы
МХО геройы менән йәштәр диалогы
МХО геройы менән йәштәр диалогы
Автор: Алһыу Фәйезова
Читайте нас