Сарала республиканың Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, сенаторҙар, партия проекттары координаторҙары, республиканың профилле министрлыҡтары һәм муниципаль берәмектәре вәкилдәре, МХО-ла ҡатнашыусылар, йәмәғәт фекере лидерҙары ҡатнашасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Халыҡ программаһы — «Берҙәм Рәсәй» партияһының төп документы. Уға кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы аныҡ ҡарарҙар инә. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән һәм илдең оҙайлы үҫешенә иҫәпләнгән.