«БумБатл» акцияһының алтынсы миҙгелендә абсолют лидер - «Эре төбәктәр» категорияһында еңеү яулаған Башҡортостан Республикаһы.
Макулатура йыйыу буйынса иң яҡшы коллектив тип республиканың бер нисә районын, шул иҫәптән Бәләбәйҙе хеҙмәтләндергән «Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк операторы танылды.
Акцияла илдең бөтә төбәктәренән 2,5 миллион кеше ҡатнашты. Тәүге тапҡыр акция йыл буйына барҙы һәм ҡатнашыусылар рекордлы һөҙөмтә күрһәтте. Дөйөм алғанда, улар 390 мең тоннанан ашыу макулатура йыйып, эшкәртеүгә тапшырған.
«Экология Т» йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «БумБатл» акцияһында быйыл Бәләбәйҙең 32-се, 40-сы, Приют ҡасабаһының 25-се балалар баҡсалары, татар гимназияһы һәм Башҡорт гимназия-интернаты, Бәләбәйҙең 1-се, 15-се һәм 17-се мәктәптәре, шулай уҡ башҡа мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары әүҙем ҡатнашҡан.
«БИ» белешмәһе
Йыл әйләнәһенә барған «БумБатл» акцияһын ойоштороусылар: Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы булышлығында «Милли өҫтөнлөктәр» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Экосистема» хәрәкәте. Алты йылда акцияға 11,6 миллион кеше ҡушылған. Дөйөм алғанда, улар эшкәртеүгә 697,8 мең тонна макулатура ебәргән.
Фотолар: «Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте