Яңы составтар Һамарға майҙа уҡ йөрөй башлаясаҡ. Магнитогорскиға тиклем маршрут йылдың икенсе яртыһында асыла, ә 2027 йылда уны Сибайға тиклем оҙайталар.
Новиков әйтеүенсә, һынауҙар барған яңы ике системалы «Финист» поездары ярҙамында Өфөнән Белоретҡа тиклемге юлда ваҡыт дүрт сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыласаҡ.
Тармаҡты артабан үҫтереү сиктәрендә Башҡортостанға яңы заманса поездар килеүен дауам итә. Төбәктең тимер юл инфраструктураһын үҫтереүгә 2025 йылда бөтәһе 5 миллиард һум йүнәлтелгән. Пассажирҙар әйләнеше ҡала яны бәйләнешендә – 9,7 процентҡа, ә йөк әйләнеше буйынса план күрһәткестәре 1 процентҡа артҡан.
Бынан тыш, республика муниципалитеттары хакимиәттәре менән берлектә тимер юл станциялары төҙөкләндерелә. 2025 йылда «Күмертау» станцияһының вокзал яны майҙанын һәм «Шаҡша» станцияһының туҡталыш пунктын яңырттылар. 2026 йылда «Инйәр» станцияһын тәртипкә килтерергә ниәтләйҙәр.
Башҡортостан Башлығы республиканың Рәсәй тимер юлдары менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Компанияның төбәк биләмәһендәге эшенең иҡтисади күрһәткестәре һәйбәт динамика күрһәтеүе ҡыуаныслы. Куйбышев тимер юлының хеҙмәт коллективына ҙур рәхмәт әйткем килә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ транспорт хәрәкәтенең яңы йүнәлештәрен асыуҙы, заманса составтарҙы сафҡа индереүҙе һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе киңәйтеүҙе хуплайбыҙ. Халыҡ, әйтеүҙәренсә, «аяҡ менән тауыш бирә» һәм был һуңғы йылдарҙа пассажирҙар ағымының тотороҡло үҫешенә килтерә.
Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты