Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель , 16:00

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» конкурсы старт алды

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2016 йылдан алып йыл һайын «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсының республика этабын уҙғара. Уның маҡсаты - ғаилә йәшәү рәүешенең йәмғиәттәге абруйын, ғаилә ҡиммәттәрен һәм яуаплы ата-әсәлекте пропагандалау һәм күтәреү.

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» конкурсы старт алды
Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» конкурсы старт алды

Быйыл конкурс ете номинация буйынса уҙғарыла: «Алтын ғаилә»; «Ауыл ғаиләһе»; «Күп балалы ғаилә»; «Ғаилә - йолаларҙы һаҡлаусы»; «Ватанды һаҡлаусылар ғаиләһе», «Спорт ғаиләһе» һәм «Тәрбиәгә бала алған ғаилә».

«Алтын ғаилә»; «Ауыл ғаиләһе»; «Күп балалы ғаилә»; «Ғаилә - йолаларҙы һаҡлаусы»; «Ватанды һаҡлаусылар ғаиләһе» номинациялары буйынса конкурстың республика этабы еңеүселәре федераль этапта республика исеменән сығыш яһай. Йыл һайын федераль этап еңеүселәре иҫәбендә Башҡортостандан ғаиләләр ҙә бар. Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы йыл һайын Кремлдә уҙа.

Әлеге ваҡытта конкурстың муниципаль этабы старт алды, ул 25 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылында конкурс үткәреү - ул йәш быуын өсөн өлгө булып торған ҙур һәм татыу, күп быуынлы, әүҙем, уңышлы ғаиләләрҙең күп булыуы тураһында һөйләү өсөн тағы бер мөмкинлек.

Конкурсты уҙғарыу тураһында положение менән министрлыҡтың рәсми сайтында танышырға мөмкин: https://clck.ru/3SiwTP .

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-04-01/v-bashkirii-startoval-konkurs-semya-goda-4635371

 

Автор:
Читайте нас