Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 16:00

1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!

Тап 2022 йылдың ошо көнөндә «Көнбайыш экспресс» маршруты буйынса Өфө - Приют электр поезы тәүге рейсына сыҡты. Бәләбәй районы халҡы уңайлы һәм юғары тиҙлекле транспортты ыңғай баһаланы.

1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!
1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!

Ошо иҫтәлекле көндә «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәте пассажирҙар өсөн татлы сюрприз әҙерләгән: сәфәр барышында бөтәһенә лә фирма логотибы төшөрөлгән тәмлекәстәр  таратылған.

Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, төбәк биләмәһендә 10 заманса «Ҡарлуғас» һәм «Финист» электр поездары йөрөй - Башҡортостан буйынса күсмә состав паркы 71 процентҡа яңыртылған. Был Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары араһында иң юғары күрһәткес. Күсмә состав паркын яңыртыу эше Башҡортостан Республикаһының ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2035 йылға тиклем дауам итәсәк.

Яҡын арала тулыһынса илдә етештерелгән ЭС-105 «Финист» ике системалы электр поездарының ҡайтарылыуы көтөлә.

Яңы һәм юғары технологиялы хәрәкәттәге состав арҡаһында республика халҡын һәм ҡунаҡтарын, юлдарҙа хәүефһеҙлек кимәлен арттырып, шәхси автомобиль транспорты урынына ҡала яны тимер юл транспорты менән хәүефһеҙ һәм уңайлы ташыуға йыл һайын ихтыяж арта барасаҡ.

Фотолар: Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәте

1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!
1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!
1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!
1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!
1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!
1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!
1 апрелдә «Ҡарлуғас» электр поезы үҙенең дүртенсе тыуған көнөн билдәләне!
Автор: Светлана Шириня
Читайте нас