

Аҙна һайын кесаҙна һәм йома көндәрендә тораҡ пункттарҙы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эш ойошторола, ә 18 һәм 25 апрель Таҙалыҡ көндәре тип иғлан ителгән.
2 апрелдә Краснознаменка ауыл мәҙәниәт йортоноң ижади хеҙмәткәрҙәре ауыл китапханаһы китапханасыһы менән берлектә эргә-тирәләге биләмәне йыйыштырыу буйынса өмә ойошторған.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - экологик өмәләрҙә актив ҡатнашыусыларҙың береһе.
Фотолар ауыл мәҙәниәт йортонан