Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель , 14:00

Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнде

Халыҡ-ара балалар китабы көнө сиктәрендә «Урал батыр»  милли-мәҙәни һарайының башҡорт мәҙәниәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре китап күргәҙмәһе ойошторҙо.

Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнде
Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнде

Унда башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының рус һәм башҡорт телдәрендәге әҙәбиәте күрһәтелде. Был әҫәрҙәр Башҡортостан, уның сикһеҙ киңлектәре һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ байлыҡтары, билдәле ватандаштары һәм башҡорт халҡының данлы батырлыҡтары тураһында. Күргәҙмәлә бөтәһенә лә билдәле шағир, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең мауыҡтырғыс мажаралы китаптары, Зәйнәб Биишеваның һәм башҡа яҙыусыларҙың повестары тәҡдим ителде. Был китаптар балаларға туған теленең һәм мәҙәниәтенең матурлығын асырға илһамландыра, ярҙам итә. Быларҙың барыһы ла үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Мәғлүмәт һәм фотолар һарай сәхифәһенән

Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнде
Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнде
Автор: Зульфия Гарифуллина
Читайте нас