

Ойоштороусылар ғаилә йолалары хаҡындағы тарихты, шулай уҡ шәхси архивтарҙан фото һәм видеолар көтә. Эштәр өс номинацияла ҡабул ителә: һөҙөмтәле эш, быуындар күсәгилешлеге һәм иң боронғо династия өсөн.
Һайлап алыу этабы 27 апрелгә тиклем дауам итә. Һуңынан 10 авгусҡа ҡәҙәр еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы һайлайҙар. Улар Республика көнөндә бүләкләнәсәк. Наградаларҙы республика башлығы Радий Хәбиров тапшырасаҡ.
Унда тармаҡта кәмендә өс кеше эшләгән династиялар ҡатнаша ала. Уларҙың балалары, ейәндәре һәм башҡа туғандары, шул иҫәптән тормош иптәше һәм уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған ғаилә ағзалары булыуы мөмкин. Уларҙың береһенең булһа ла Башҡортостанда йәшәүе һәм эшләүе мөһим. Династияның дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан артырға тейеш.
Унда ҡатнашыу өсөн документтар пакеты: ғариза, стаж күрһәтелгән ғаилә ағзаларының исемлеге, хеҙмәт кенәгәләре күсермәләре йәки эш тураһында электрон мәғлүмәттәр, туғанлыҡ, наградалар һәм һөнәри ҡаҙаныштар тураһында документтар тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ өс биткә тиклем ҙурлыҡтағы ғаилә йолалары хаҡында һөйләү һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ талап ителә.
Быйыл конкурс бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Ул ауыл хужалығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙан алып төҙөлөшкә, транспортҡа һәм халыҡ мәшғүллегенә тиклем тармаҡ йүнәлештәре буйынса үтә.
Киң мәғлүмәт саралары династиялары һәм нәшерселәр өсөн документтарҙы төбәктең Матбуғат агентлығы почта аша ҡабул итә: Shustikova.EV@bashkortostan.ru.