Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель , 10:00

Бөтә Рәсәй йөклөләр көнө билдәләнде

Йылына ике тапҡыр, 7 апрелдә һәм 7 октябрҙә, илебеҙҙә бала көткән осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүгә һәм йәмғиәттә әсәлеккә һәм балалыҡҡа һаҡсыл ҡараш мәҙәниәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән көндәр билдәләнә.

Бөтә Рәсәй йөклөләр көнө билдәләнде
Бөтә Рәсәй йөклөләр көнө билдәләнде

Бала табыу һәм әсәлек мәсьәләләренә заманса ҡараш һуңғы йылдарҙа социаль-иҡтисади, мәҙәни, технологик һәм психологик факторҙар йоғонтоһонда байтаҡ үҙгәрештәр кисерә. Трансформациялар шәхси ҡараштарға ла, дәүләт сәйәсәтенә лә, медицина практикаһына һәм йәмәғәт ҡиммәттәренә лә ҡағыла.

Был һәм башҡа күп нәмәләр тураһында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы табиптары ойошторған асыҡ ишектәр көнөндә һөйләнеләр. Буласаҡ әсәйҙәрҙе борсоған һорауҙарға акушерлыҡ бүлеге мөдире Анна Әминева; 1-се поликлиниканың табип-эндокринологы Гүзәл Абдуллина; 1-се поликлиниканың участка табип-терапевты Надежда Гетман яуап бирҙеләр.

Улар йөклөлөктөң нисек үҙгәреүе, гормональ һаулыҡ һәм эндокрин үҙгәрештәр тураһында һөйләне, дөйөм хәлде һаҡлау, киң таралған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм буласаҡ әсәйҙәрҙең һаулығына комплекслы ҡараш мөһимлеге буйынса ҡиммәтле кәңәштәр бирҙе. Буласаҡ атайҙар ҡатнашлығында партнерлыҡ бала табыу тураһында консультациялар бирҙеләр.

– Хәҙерге медицинаның йөклөлөктөң имен барышы һәм сәләмәт сабый тыуыуы өсөн бөтә кәрәкле ресурстарға эйә булыуы ҡыуандыра. Иң мөһиме – медицина ярҙамы алырға  ваҡытында мөрәжәғәт итеү, даими күҙәтеү һәм табиптар менән асыҡ диалог, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анна Әминева.

Елена Петрова фотолары

Бөтә Рәсәй йөклөләр көнө билдәләнде
Бөтә Рәсәй йөклөләр көнө билдәләнде
Бөтә Рәсәй йөклөләр көнө билдәләнде
Бөтә Рәсәй йөклөләр көнө билдәләнде
Автор: Светлана Шириня
Читайте нас