Йәмғиәт
14 Апрель , 12:00

Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Бәләбәй районының почетлы гражданы Ғәбдрәуеф Сәләх улы Гәрәевҡа 100 йәш тулды.

Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!
Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!

Һуғыш яланында ҡыйыу танкист һәм тыныс ваҡытта ҙур йөк машиналарының оҫта водителе Мәтәүбаш ауылынан.

Ғәбдрәуеф Сәләх улы – фашизмды тар-мар иткән һәм Тыуған илебеҙҙең ҡалаларын, ауылдарын, заводтарын һәм фабрикаларын яңынан төҙөгән еңеүселәр быуынының сағыу вәкиле!

Ғәҙәттән тыш тормош һөйөү һәм изгелек ветеранға һуғышта иҫән ҡалырға, үҙен намыҫлы хеҙмәт кешеһе итеп күрһәтергә һәм йәш быуын өсөн ысын илһөйәрлек өлгөһө булырға ярҙам итә.

«Урал батыр» һарайы алдындағы майҙанда юбиляр яҡташыбыҙ хөрмәтенә бәләбәйҙәрҙең төрлө быуын вәкилдәрен берләштергән тантаналы бәләкәй парад үтте.

Парадта Бәләбәй гуманитар-техник колледжы студенттары, «Юнармия» отрядтары һәм «Шайморатовсылар» хәрәкәте активистары – башҡорт яугирҙарының дан вариҫтары, шулай уҡ йәмәғәт хәрби-патриотик ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ғәбдрәуеф Сәләх улы парадты, ҡотлауҙарҙы рәхмәт менән ҡабул итте һәм Ватанды фронтовиктар яратҡан һәм һаҡлаған кеүек һаҡлауҙарын теләне.

Елена Петрова фотолары

Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!
Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!
Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!
Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!
Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!
Ғәбдрәуеф Гәрәев – еңеүселәр быуынынан!
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас