

Республиканың муниципаль берәмектәре араһында премияға өс идара итеүсе компания, шул иҫәптән Бәләбәй ҡалаһының «Жилкомсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лайыҡ булды.
Идара итеүсе ойошмаларҙың эшмәкәрлеген баһалауҙың төп күрһәткестәре булып ресурстар менән гарантиялы тәьмин итеүсе алдында бурыстың булмауы һәм ҡулланылған электр энергияһы өсөн түләүҙең ваҡытында башҡарылыуы тора.
14 апрелдә «Башҡортостандың Энергетика һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Бәләбәй район-ара бүлексәһе директоры Вадим Федоров «Жилкомсервис» идара итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәренә үҙ-ара һөҙөмтәле эш иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм «Башэнергосбыт» компанияһына «Уңайлылыҡ энергияһы» премияһы бирелеүе тураһында сертификат тапшырҙы.
«Жилкомсервис» идара итеүсе компанияһы йәмғиәтенең генераль директоры Камил Сәлихов:
– Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналар хужаларының электр энергияһын иҫәпкә алыу приборҙарының күрһәтмәләрен алырға һәм уларҙы ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаға тапшырырға бурыслы түгелбеҙ. Әммә «Жилкомсервис» күп фатирлы йорттар халҡы мәнфәғәтендә, дөйөм мөлкәтте тотоуға сығымдарҙы кәметеү маҡсатында беҙҙең хеҙмәткәрҙәр күп фатирлы йорттар фатирҙарына йөрөп, халыҡтың шәхси иҫәпләгестәренең күрһәтмәләрен ала һәм «ЭСКБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә электрон документтар әйләнеше системаһы буйынса тапшыра. Халыҡ өсөн иҫәп приборҙары күрһәткестәрен алыу һәм тапшырыу процедураһы бушлай.
Шулай итеп, идара итеүсе ойошма шәхси иҫәп приборҙары ҡуйылған фатирҙарҙа дөйөм мөлкәтте норманан тыш тотоуҙың төп сәбәбенә (халыҡ күрһәтмәләрҙе ваҡытында тапшырмағанда йәки уларҙы түбәнәйткәндә) юл ҡуймай.
Фото идарасы компаниянан