

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы ойошторған конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына Һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Унда дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының медицина хеҙмәткәрҙәре һәм медицина колледждары студенттары ҡатнашты. Ижади ярыштың маҡсаты – берҙәмлек рухын, Ватанға ихтирамды нығытыу һәм медицина белгестәренең абруйын күтәреү.
Лилиә Хәйруллина лабораторияла 36 йылдан ашыу эшләй. Бында ул үҙенең һөнәри юлын Бәләбәй медицина училищеһын тамамлағандан һуң башлай. Тик үҙ эшенә тоғро кеше генә бер урында шул тиклем йылдар эшләй ала. «Лаборатория минең өсөн икенсе йортом кеүек», – ти ул.
Ғаилә видеоһында лаборант һәр эшкә ижади ҡараш булыуын, ә ғаилә ҡиммәттәре һәм традициялары быуындан-быуынға тапшырылыуын күрһәтә.
Лилиә Мөфәсир ҡыҙы – ике ҡыҙ әсәһе һәм ике ейән-ейәнәнсәрҙең өләсәһе. Ул бик яҡшы тегә. Милли кейемдәрҙә ете йәшлек Элиза менән ун ике йәшлек Илназ концерттарҙа уңышлы сығыш яһай һәм конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ғаилә бергә йыйылғанда татар көйҙәре һәм йырҙары яңғырай. Өҫтәлдә мотлаҡ милли ризыҡтар була, уларҙы өс быуын ҡатын-ҡыҙҙары яратып әҙерләй.
Бәләбәй Үҙәк район дауаханаһы лабораторияһының медицина хеҙмәткәре икенсе этапта еңеүсе булмауына һис үкенмәй. Уның өсөн иң мөһиме – яратҡан эше һәм хәстәрлекле ғаиләһе. Янында балалары һәм ейәндәре булыуы.
Фото һәм видео Хәйруллиндарҙың ғаилә архивынан