Йәмғиәт
16 Апреля , 05:00

Хәтер – изге эш

Республика башлығы указына ярашлы, быйыл төбәктә Хәтер Һәм хөрмәт көнө 2 майҙа үтәсәк.

Хәтер – изге эшХәтер – изге эш
Хәтер – изге эш

Муниципаль район хакимиәтенең ағымдағы йылдың 10 апрелендәге ҡарары менән ошо көнгә саралар планы раҫланды.

МР хакимиәтенең инвестициялар һәм сәнәғәт бүлегенә халыҡҡа туғандары һәм яҡындары ерләнгән урындарға барыу мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн пассажирҙар транспортының өҫтәмә маршруттары эшен ойошторорға ҡушылды.

Муниципаль райондың Социаль үҫеш идаралығына ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә ирекмәндәрҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, Ҡораллы көстәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәрен төҙөкләндереүгә йәлеп итергә.

Тораҡ пункттары хакимиәттәре, МР Социаль үҫеш идаралығы, МР хакимиәтенең төҙөлөш һәм юл хужалығы бүлеге 2 майҙа «Ғорурланабыҙ, хәтерләйбеҙ, хөрмәтләйбеҙ» акцияһын үткәрергә бурыслы, ул парктарҙа һәм скверҙарҙа, зыяраттарҙа урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәлдәрҙе, обелисктарҙы төҙөкләндереүгә, ташландыҡ ҡәберлектәрҙе ҡарауға йүнәлтелгән. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы өҫтәмә сығарыуҙы ойошторорға, кәрәк булғанда зыяраттарҙа өҫтәмә контейнерҙар ҡуйырға.

МР Мәғариф идаралығына «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың электрон хәтер китабы»н тулыландырыу өсөн белем биреү учреждениеларында тематик сәғәттәр үткәрергә ҡушыла.

Ҡәберлектәрҙә өмәләр үткәреү ваҡыты һәм урыны, шулай уҡ зыяраттарға автобустар хәрәкәтенең өҫтәмә маршруттары тураһында мәғлүмәт 2 майҙа рәсми сайттарҙа, социаль селтәрҙәрҙә, «Белебеевские известия» гәзитендә урынлаштырыласаҡ.

Муниципалитет биләмәһендә Хәтер һәм хөрмәтләү көнөн үткәреү тураһындағы ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р.А. Вәлиевҡа йөкмәтелде.

Фото «БИ» архивынан

Автор:Римма Султанова  
Читайте нас