

Иҫтәлекле датаның маҡсаты – фашист илбаҫарҙары баҫып алған биләмәләрҙә Советтар Союзының тыныс халҡына ҡарата ҡылынған енәйәттәр тураһында тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау.
Һуғыш ваҡытында 26,6 миллиондан ашыу совет кешеһенең һәләк булыуы тураһында хәҙерге йәш быуынға еткереү мөһим. Өҫтәүенә, уларҙан 18 миллиондан ашыу тыныс граждандар үлтерелә, яндырыла, тереләй ерләнә, концлагерҙарҙа язалана, тағы миллиондарса кеше йортһоҙ, туғандарһыҙ ҡала һәм бала сағынан мәхрүм ителә.
Максим Горький ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл мәктәбендә фашист концлагерҙары тотҡондары иҫтәлегенә арналған «Был хаҡта өндәшмәй ҡалыу ярамай» хәтер сәғәте уҙғарҙы.
Методист Регина Воробьева балаларға Гитлер рейхы концлагерҙары һәм һуғыш йылдарында, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, улар аша донъяның 30 иленән миллионлаған кеше үтеүе тураһында һөйләне. Әммә иң күбе Советтар Союзы граждандары иң юҡ ителә.
Мәктәп уҡыусылары фашизмдың ҡанһыҙлығы тураһында тарихи хәҡиҡәтте белде һәм ҡорбандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Фотолар МаксимГорький ауыл мәҙәниәт йортонан