Йәмғиәт
22 Апреля , 11:00

Эшләргә дәрт-дарман алып ҡайттылар

20-21 апрелдә Мәскәүҙә III Бөтә Рәсәй «Кесе ватан – Рәсәй көсө» муниципаль форумы үтте. Был илдең урындағы үҙидараһы өсөн йылдың төп ваҡиғаһы – дәүләт етәкселәре ҡатнашлығында муниципаль эштең өҫтөнлөктәрен билдәләү һәм йомғаҡ яһау өсөн форумда меңәрләгән ҡала һәм район башлыҡтары йыйыла.

Эшләргә дәрт-дарман алып ҡайттыларЭшләргә дәрт-дарман алып ҡайттылар
Эшләргә дәрт-дарман алып ҡайттылар

Был йыл һайын үткәрелеүсе сара, ул РФ Президенты В. Путин ҡушыуы буйынса уҙғарыла һәм Рәсәйҙә муниципаль берәмектәрҙе үҫтереүгә һәм алға ебәреүгә йүнәлтелгән.

Форум Рәсәйҙең 89 төбәгенән муниципалитет вәкилдәрен берләштерҙе. Башҡортостан делегацияһы составында бәләбәйҙәр ҙә бар ине: район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, биләмәләр башлыҡтары – Ольга Егорова, Сергей Пащенко, Татьяна Зубова, Лилиә Юнысова, Игорь Борисов, Илһам Хөснөтдинов (фотола).

«Президент бер нисә тапҡыр властың бөтә кимәлдәренән халыҡҡа иң яҡыны муниципаль хеҙмәт булыуын белдерҙе. Һеҙ һәр кемдең тормошонда булған проблемалар, бәлә - ҡазалар, ауырлыҡтар менән туранан-тура эшләйһегеҙ», – тине форумды асыу тантанаһында президент хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко.

Бөтә Рәсәй саммиты сиктәрендә төрлө саралар уҙғарылды. Эшлекле программаға панель дискуссиялар, белем биреү лекторийҙары ингән. Туғандаш ҡалалар форумында гуманитар һәм иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү тикшерелде. Муниципалитет етәкселәре шулай уҡ ҡаҙаныштар күргәҙмәләрен, мәҙәниәт фестивален ҡараны.

«Төп ваҡиға – «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһын тапшырыу булды. «Тантанала Рәсәй президенты Владимир Путин сығыш яһаны, ул ҡатнашыусыларҙы Урындағы үҙидара көнө менән ҡотланы һәм муниципаль командаларҙың эшенең мөһимлеген билдәләне, – тип хәбәр итте Азат Альверт улы. – Районыбыҙҙың ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары менән бергә «Кесе ватандың ҙур ҡарарҙары» күргәҙмәһен ҡараныҡ. Бында иҡтисад, транспорт һәм социаль тормош өлкәләрендә аныҡ һөҙөмтәләр һәм иң яҡшы тәжрибәләр тәҡдим ителде.

Был форум фекер алышыу майҙансығы ғына түгел, ә идеялар сығанағы һәм эшләргә стимул. Бында алынған тәжрибә районда тормошто яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итер, тип ышанам».

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас