

Бәләбәйҙә һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүселәр хөрмәтенә иҫтәлекле ҡоролма янында үткәрелгән матәм митингында Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев сығыш яһаны.
- Киткәндәрҙең иҫтәлеге алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ һәм әле йәшәгән ликвидаторҙарға рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Азат Альверт улы.
Митингта ҡатнашыусылар, Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөп, үҙ ғүмерҙәрен һәм һаулығын биргәндәрҙе хөрмәтләп, һәйкәлгә сәскә кәрзиндәре һалды.
Артабан «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайында уҙған «Чернобыль. быуындар ҡайғыһы һәм хәтере» бер минут тынлыҡ менән башланды.
Чернобыль ликвидаторҙарына иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды.
Бөгөнгө көндә беҙҙең районда Чернобыль АЭС-да авария бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 44 кеше йәшәй.
Мәҙәниәт учреждениеларының ижади коллективтары һәм солистары Чернобыль геройҙары хөрмәтенә концерт программаһы әҙерләне. Уларҙың батырлығы онотолорға тейеш түгел!
Бөгөн Приют ҡасабаһында иҫтәлекле саралар үтә.
Әйткәндәй, райондың ветерандар советы активистары иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашыусыларға Георгий таҫмалары таратты.
Любовь Иванова. Фотолар хакимиәттән