

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡалала ете йыл инде үҙ технологияһы буйынса икмәк бешереү продукцияһы етештереүгә махсуслашҡан «Беҙҙең Икмәк» предприятиеһы уңышлы эшләй. Бәләбәй - республикала үҙенең франшизаһы һәм уникаль ҡомалаҡ әсеткеһе технологияһының тауар билдәһе менән бизнес-модель эшләнгән берҙән-бер ҡала.
Яңы АРТ-этнокиңлек интерактив икмәк музейынан, кәсепселәрҙең ижади йортонан һәм милли традицияларҙа байрамдар үткәреү өсөн иркен банкет залынан ғибәрәт.
Уны программаһында музей буйлап экскурсиялар, Бәләбәй кәсепселәре һәм уларҙың продукцияһы менән танышыу, икмәк тәмләп ҡарау, изгеләрҙең изгеһенә – производство цехтарына барыу Һәм Рәсәйҙең күп төбәктәрендә һөйөү яулаған эксклюзив рецептар һәм стандарттар буйынса көн һайын икмәк бешереүсе кешеләр менән танышыу ойошторолдо.
Байрам сараһында Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәге департаменты етәксеһе Айгөл Баһауетдинова ҡатнашты, ул бәләбәйҙәрҙең эшенә юғары баһа бирҙе.
Елена Петрова фотолары