

«Ул ҡаты сирләне, һуңғы йылдарҙа ҡаты сир менән көрәште. Ул үҙен офицер, генерал кеүек ҡыйыу тотто, бер ҡасан да зарланманы», - тип һөйләне республика етәксеһе.
Константин Толкачев операцияға барырға хәл иткән, һуңынан уның хәле ауыр булған, тип билдәләне республика етәксеһе. Константин Толкачев етәкселегендә, Хәбиров билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышында бөтә процестар «идеаль» хәл ителгән.
«Ул беҙҙең партнерыбыҙ, ул өлкән иптәшебеҙ, өлкән ағайыбыҙ булды. Был - бик ауыр юғалтыу», - тине төбәк башлығы.
Радий Хәбиров туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм коллегаларына Константин Толкачевты һуңғы юлға лайыҡлы оҙатыу бурысын ҡуйҙы. Мәйетте Мәскәүҙән Өфөгә ҡайтарыу менән вәкиллек шөғөлләнә. ЦУР-ҙа ҡатнашыусылар Константин Толкачевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.