

Әммә был эштең башы ғына! Тантанала Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктары селтәрен булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны һәм халыҡ-ара Советта хуплау тапты.
Артабан нимә?
Быйыл көҙ үк Өфөлә Рәсәйҙең геопарктар булдырыу менән ҡыҙыҡһынған бөтә төбәктәрҙе һәм яҡын сит илдәрҙе йыйыу күҙаллана.
Маҡсатыбыҙ – баш ҡалабыҙҙы геопарктар хәрәкәте компетенциялары үҙәге булараҡ күрһәтеү.
Был республика етәкселеге эшенең логик дауамы.