

Полицияла билдәләүҙәренсә, урамдар, стадиондар, майҙандар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, скверҙар, ихаталар һәм күп фатирлы йорттарҙа дөйөм ҡулланылыштағы урындар, йәмәғәт транспорты, биләмәләр һәм вокзал биналары йәмәғәт урыны тип иҫәпләнә.
Әгәр хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре баланы тотһа, уның ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Тикшереү өсөн протокол бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәреләсәк.
Уҙған йыл өсөн ҡағиҙә боҙоуҙар статистикаһы
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, комендант сәғәте ғәмәлдә булған осорҙа (2025 йылдың 1 майынан 30 сентябренә тиклем) туғыҙ ата-әсә балиғ булмағандарҙың ошо тыйыуҙы боҙғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Бик йыш үҫмерҙәр, йәшенә ҡарап яза алмаҫтарына иҫәп тотоп, хоҡуҡ боҙа. Әммә был улай түгел. Ошо уҡ 2025 йылда 32 үҫмер - административ яуаплылыҡҡа, бишәүһе енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Бер бәлиғ булмаған бала Серафимовка махсус уҡыу-тәрбиә биреү дөйөм белем биреү учреждениеһына урынлаштырылған.
Белгес аңлатмаһы
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге начальнигы Гөлнара Ғәлимова былай тине:
«Комендант сәғәте – ул балаларҙы яҡлауҙың реаль сараһы. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында үҫмерҙәр өсөн хәүеф арта: ул юл фажиғәләре лә, ышанысһыҙ компаниялар менән осрашыуҙар ҙа, енәйәт ҡорбаны булыу ихтималлығы ла.
Былтыр уҙған осор менән сағыштырғанда ҡағиҙә боҙоуҙар һанын кәметеүгә өлгәштек - күп осраҡта ата-әсәләр һәм уҡыусылар менән актив профилактик эш алып барыу һөҙөмтәһендә. Мәктәптәрҙә әңгәмәләр үткәрәбеҙ, йәмәғәт ойошмалары менән эш алып барабыҙ.
Ата-әсәләргә мөрәжәғәт иткем килә: киске сәғәт 11-ҙән һуң балаларығыҙҙың ҡайҙа һәм кем менән булыуын контролдә тотоғоҙ. Был иректе сикләү түгел, ә уларҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күреү».