Йәмғиәт
8 Май , 07:00

Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан янғын

Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан янғын: Бәләбәйҙә бер ир сүп-сар яндырғанда тәненең 80 проценты бешкән

Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан янғынҺаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан янғын
Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан янғын

Республикала 30 апрелдә иғлан ителгән янғынға ҡаршы махсус режимға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер кешеләр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итә – һәм ҡайһы берҙә был фажиғәле эҙемтәләргә килтерә.

4 апрелдә Бәләбәйҙә резонанслы хәл булды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Бәләбәй район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге мәғлүмәте буйынса, шәхси секторҙа йәшәүсе ихатаһын таҙартҡандан һуң йыйылған сүп-сарҙы яндырырға, утты еңел тоҡанып китеүсе шыйыҡса менән ҡабыҙырға булған.

Хәл шунда уҡ контролдән сыға. Яғыулыҡтың бер өлөшө уның кейеменә сәсрәгән, шуға сүпте яндырып ебәреү менән ут шунда уҡ уның үҙенә күскән.

Күршеләре төтөн еҫе таралыуын күреп, тиҙ арала ярҙам саҡырған. Зыян күреүсене тиҙ арала Республика тән бешеү үҙәгенә оҙатҡандар. Табиптар тәненең күп урындары бешеүен асыҡлаған - яҡынса 80 проценты.

«Янғындар йыш ҡына ваҡ-төйәктән башлана: ташланған тәмәке төпсөгө, балаларҙың ут менән шаяртыуы, янар шыйыҡсалар менән һаҡһыҙ эш итеү. Ә  эҙемтәләре ауыр булыуы ихтимал. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!», - тип иҫкә төшөрә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Д. Ананьев фотоһы

Автор:Регина Иванова
Читайте нас