Йәмғиәт
13 Май , 10:00

Бәләбәй районында автомобиль урларға маташыуҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған

Бәләбәй районында ВАЗ-2107 машинаһын урларға маташҡан өсөн өс үҫмер ҡулға алынған.

Бәләбәй районында автомобиль урларға маташыуҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынғанБәләбәй районында автомобиль урларға маташыуҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған
Бәләбәй районында автомобиль урларға маташыуҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған

Полицияға 29 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар тиҙ арала хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлай. Улар өс балиғ булмаған егет, уларҙың икәүһенең элек закон менән проблемалары булған.

Нимә булған?

Үҫмерҙәр бикләнмәгән автомобилде күреп ҡала һәм тәүҙә унан ҡиммәтле әйберҙәрҙе алырға теләй. Әммә һуңынан йөрөп килергә ҡарар итәләр. Машинаны ҡыҙҙыра алмайҙар, шуға күрә уны 200 метр самаһы этәреп баралар. Шунан һуң үҫмерҙәр машинаны ташлап китә.

Транспорт сараһын урлау маҡсатынан тыш законһыҙ үҙләштереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Регина Иванова әҙерләне

 

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас