

Бәләбәй ҡалаһының, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарының хәрби комиссариаты мәғлүмәте буйынса, 18-30 йәшлек егеттәр хәрби хеҙмәткә алына.
Хәҙер, майҙа, башлыса уҙған йылдың көҙөндә повестка алған егеттәр хеҙмәт итергә китә. Әлеге мәлдә өс егетте хәрби частарға оҙатҡандар.
Июндә уҡыу йорттарында белем алыуға бәйле кисектереү булғандар хеҙмәткә алына. Был йәштәргә хәрби бурысын үтәр алдынан белем алыуҙың сираттағы этабын тамамларға мөмкинлек бирә.
Медицина тикшереүе үткән саҡта беҙ хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың береһе - 19 йәшлек Тимур менән һөйләшә алдыҡ.
«Повестка Дәүләт хеҙмәттәренә килде – был хаҡта яңыраҡ белдем. Тулҡынланыу юҡ: яҡындарым һәм дуҫтарым һөйләгәндәрҙән армия хеҙмәте тураһында етерлек кимәлдә хәбәрҙармын. Хәрбиҙәрҙе ихтирам итәм - уларҙың һөнәре батырлыҡ һәм фиҙакәрлек талап итә. Минең ҡарашҡа, армия буласаҡ профессиональ хәрбиҙәр өсөн айырыуса мөһим. Әгәр яраҡлы булһам, хеҙмәткә яуаплы ҡараясаҡмын һәм унан күберәк файҙа алырға тырышасаҡмын», – тине егет.