Йәмғиәт
21 Мая , 04:00

Уяулыҡ - хәүефһеҙлек нигеҙе

Приют ҡасабаһының 7-се мәктәбе уҡыусылары Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәре менән мөһим осрашыуҙа ҡатнашты. Сара уҡыусыларҙың хоҡуҡи белемен арттырыуға һәм уларҙа милли именлек мәсьәләләренә аңлы мөнәсәбәт тәрбиәләүгә йүнәлтелде.

Уяулыҡ - хәүефһеҙлек нигеҙеУяулыҡ - хәүефһеҙлек нигеҙе
Уяулыҡ - хәүефһеҙлек нигеҙе

Әңгәмә барышында именлек органдары вәкиле бер нисә көнүҙәк теманы ентекләп яҡтыртты:

-Украина территорияһында Рәсәй ҡораллы көстәре менән үткәрелгән махсус хәрби операция барышы;

- Украина биләмәһенән ғәмәлдә булған тыйылған экстремистик һәм террористик ойошмаларҙың эшмәкәрлеге;

- үҫмерҙәрҙе диверсион террористик акттар эшләүгә йәлеп итеү ысулдары - шул иҫәптән релей шкафтарына, кәрәҙле элемтә объекттарына ут төртөү һәм башҡалар;

-«йәнле бомба» ролендә балиғ булмағандарҙы яллау хәүефе;

- бындай енәйәттәр өсөн енәйәт яуаплылығы.

Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре вербовка һәм провокацияларҙың киң таралған схемаларына айырыуса иғтибар бүлде. Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да граждандарға телефон йәки интернет-мессенджерҙар аша мөрәжәғәт итмәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Уҡыусыларға террористик акттарға саҡырыусы кешеләр менән һөйләшеүҙәр алып бармаҫҡа, шулай уҡ сит илдәрҙән килгән һәр провокацияны иғтибарһыҙ ҡалдырырға кәңәш иттеләр.

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға диверсияның һәм террористик акттарҙың реаль эҙемтәләрен сағылдырған видеоматериалдар күрһәттеләр. Кадрҙар балаларға көслө тәьҫир итте һәм бындай законһыҙ ғәмәлдәрҙең ниндәй фажиғәле һөҙөмтәләргә килтереүен асыҡ күрһәтте.

Осрашыу аҙағында ведомство хеҙмәткәре уҡыусыларҙы уяу һәм яуаплы булырға саҡырҙы. Законһыҙ эш итеү тәҡдимдәре менән теләһә ниндәй хәбәрҙе алғанда был хаҡта шунда уҡ Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына (Бәләбәй ҡалаһындағы бүлексә) хәбәр итергә кәрәк, тип иҫкә төшөрҙө ул. Дежур телефон: 8 (34786) 5 89 27.

Фотолар Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан (Бәләбәй ҡалаһы бүлексәһе) алынған

Уяулыҡ - хәүефһеҙлек нигеҙе
Уяулыҡ - хәүефһеҙлек нигеҙе
Уяулыҡ - хәүефһеҙлек нигеҙе
Уяулыҡ - хәүефһеҙлек нигеҙе
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас