

Рулгә транспорт саралары менән идара итеүгә хоҡуғы булмаған 16 йәшлек үҫмер ултырған. Ваҡиға урынына балиғ булмағандың әсәһен саҡырғандар.
Хоҡуҡ боҙоу ниндәй эҙемтәләргә килтергән?
*Транспорт сараһы эвакуацияланған һәм штраф туҡталҡаһына ҡуйылған.
*Хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында материалдар балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырылған.
*Законлы вәкиле Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12,5-се статьяһының 3-сө өлөшө («Идара итеү хоҡуғы булмаған кешегә транспорт сараһы менән идара итеүҙе тапшырыу») буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Штраф - 30 000 һум.
*Тикшереү материалдары Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенә ебәрелгән - ата-әсәләрҙе Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.35-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында мәсьәлә ҡарала.
Дәүләт автоинспекцияһы балаларға скутерҙар, мопедтар һәм питбайктар алып биреү закон талаптарына ҡаршы килергә тейеш түгеллеген иҫкә төшөрә. Баланың ялын контролдә тотоу – ата-әсәләрҙең төп бурысы. Вайымһыҙлыҡтың хаҡы артыҡ юғары булыуы ихтимал: һүҙ йәш питбайкерҙың һаулығы һәм ғүмере хаҡында бара.
Фотолар: Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлеге