Йәмғиәт
5 Июня , 12:00

308 йыл тәртип һағында

5 июндә Рәсәй полицияһы ойошторолоуға 308 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо мөһим дата хөрмәтенә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегендә медицина колледжының беренсе курс студенттары өсөн батырлыҡ дәресе үтте.

308 йыл тәртип һағында308 йыл тәртип һағында
308 йыл тәртип һағында

Осрашыу илһөйәрлек һәм гражданлыҡ яуаплылығы дәресе булды. Студенттар алдында бай хәрби һәм хеҙмәт тәжрибәһе булған милиция ветерандары: чечен һуғышында ҡатнашыусылар Петр Голубков һәм Федор Ермолаев, шулай уҡ афған һуғышында ҡатнашыусы, хәҙер «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Бәләбәй бүлексәһе етәксеһе Рим Баһманов сығыш яһанылар. Ветерандар йәштәр менән үҙҙәренең хеҙмәте тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар хеҙмәт бурыстарын үтәү барышында осраған ҡатмарлы хәлдәр, иптәшлек һәм үҙ-ара ярҙам итеү, антҡа тоғро булыуҙың нимә аңлатҡаны тураһында һөйләне. Уларҙың хикәйәләре студенттарҙа тәрән тәьҫир ҡалдырҙы: студенттар тын да алмай тыңланы, һуңынан экстремаль ситуацияларҙа хеҙмәт, ҡорал, эш итеү тактикаһы тураһында күп һорауҙар бирҙе.

Осрашыуҙы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Төхвәтшин дауам итте. Ул студенттарҙың иғтибарын хәҙерге замандың көнүҙәк хәүефенә: экстремизм һәм терроризм хәүефенә, мутлашыусыларҙың эш ысулдарына һәм уларҙан һаҡланыу ысулдарына, шулай уҡ законһыҙ ғәмәлдәргә ҡаршы тороуҙа уяулыҡ һәм гражданлыҡ позицияһының мөһимлегенә йүнәлтте.

Рөстәм Рәмил улы йәмғиәттең хәүефһеҙлеге хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшенә генә түгел, һәр граждандың аңлылығына ла бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Осрашыу полиция музейына экскурсия менән тамамланды. Студенттар Бәләбәй милицияһы тарихы менән танышты, уның үҫешенең төрлө этаптарын сағылдырған экспонаттарҙы ҡараны.

Г. Сафина фотолары

 

308 йыл тәртип һағында
308 йыл тәртип һағында
308 йыл тәртип һағында
308 йыл тәртип һағында
308 йыл тәртип һағында
Автор:Регина Иванова
Читайте нас