Йәмғиәт
8 Июня , 14:00

Урал батыр рухы йәшәһен!

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ, Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ.     («Урал батыр» эпосынан)

Урал батыр рухы йәшәһен!Урал батыр рухы йәшәһен!
Урал батыр рухы йәшәһен!

Беҙ, башҡорттар, - бәхетле халыҡ. Беҙҙең ҡараңғы төндә яҡты йондоҙ булырҙай, еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы, телебеҙҙе яратырға, яманды насарҙан, яуызлыҡты яҡшылыҡтан айырырға өйрәтерҙәй, йәштәргә, аҙашҡанға юл күрһәтерҙәй бөйөк йәдкәребеҙ -  «Урал батыр» эпосы бар. Быға тиклем дә балаларыбыҙ халҡыбыҙ хазинаһын онотмаһын, өйрәнһен өсөн бер нисә йылдар инде эпосты яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурстары уҙғарылып килә. Ә инде республикабыҙ башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2025 йылда «Урал батыр» эпосы көнө лә булдырылыуы быға мәртәбә генә өҫтәне.

Бөгөн Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында тәүге тапҡыр, ошо указға ярашлы, «Урал батыр» көнөнә арналған тарихи сара юғары кимәлдә уҙҙы. Беҙҙең республикала, моғайын, хәҙер инде бөтә донъяла ла («Ай Йола» төркөмөнә рәхмәтлебеҙ), үлемһеҙ башҡорт эпосы тураһында белмәгән кеше һирәктер. Сөнки «Урал батыр» – хикәйәт кенә лә, иң боронғо әҫәр генә лә түгел. Был шиғри йылъяҙма, унда башҡорт халҡының ҡиммәттәре һәм рухы, изгелектең яуызлыҡты еңеүенә ышанысы, хыялдары сағылдырылған. Быуындан-быуынға, телдән-телгә тапшырыла килгән ул, ә инде 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов уны ике ҡурайсы сәсән Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған. Урал батырҙың һәм уның тоҡомдарының изге эштәре онотолмай. Ул онотола алмай ҙа.

Байрамды уҙғарыу урыны осраҡлы ғына һайланмаған. Тап Башҡорт гимназия-интернатында башҡорт телен өйрәнеүгә, таратыуға, телгә ихтирам тәрбиәләүгә, халыҡтың рухи, мәҙәни мираҫын һаҡлауға, шул иҫәптән халыҡ эпосын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә.
Беренсе рәсми байрамға - «Урал батыр» эпосы көнөнә абруйлы ҡунаҡтар: район Советы секретары Артур Садиҡов, райондың Социаль үҫеш идаралығының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Регина Хәбетдинова, Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Радмир Хәйруллин, режиссер һәм шағирә Валентина Пашина, «БИ» гәзите журналистары, яҙыусы һәм шағирәләр Любовь Иванова менән Зәйфә Сәлихова, Бәләбәй районының почетлы гражданы Сәлих Хәйруллин, Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Лилиә Дутова килделәр.

Сара гимназия-интернат директоры Дилбәр Фәтхетдинованың йыйылғандарға сәләмләү һүҙе менән башланып китте. Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде.
– Был ябай байрам ғына түгел, ә мәҙәниәтебеҙҙең быуаттар төпкөлөнән килгән сығанаҡтарына ҡағылыу, быуаттар буйына ата-бабаларыбыҙ һаҡлаған ҡиммәттәрҙе иҫкә төшөрөү һәм күп быуындарҙың рухи мираҫына әүерелгән үлемһеҙ ижадҡа хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге лә, – тип билдәләне үҙенең сығышында Артур Садиҡов. - Урал батырҙың ҡаһарманлығы беҙҙе, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү – ысын бөйөклөк, ә тыуған ер һәм уның халҡы менән берҙәмлектә – көс, тип өйрәтә. Урал вариҫтары үткән быуаттарҙағы бөйөк тарихи ваҡиғаларҙың үҙәгендә торған, Бөйөк Ватан һуғышында алышҡан, хәҙер иһә беҙҙең батырҙар махсус хәрби операцияла ҡатнаша, Тыуған илен һаҡлай, хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәтә.
Артур Марат улы шулай уҡ йәш быуында үҙ халҡына һәм уның ижадына, бөйөк әҫәрҙәргә һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн бер төркөм туған тел уҡытыусыларына рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев исеменән байрам менән ҡотланы. Гимназия-интернаттың алдынғы уҡытыусылары уның ҡулынан район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын алды.  

- Урал батыр эпосында халҡыбыҙҙың асылы, йәшәйеш мәғәнәһе, мәҙәниәте, тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре сағылыш тапҡан, - тине сығышында Регина Хәбетдинова. - Бөгөнгө сара ул байрам ғына түгел, тамырҙарыбыҙға әйләнеп ҡайтыу, беҙҙең милли үҙенсәлегебеҙҙе барлау һәм киләсәк быуындарға еткереү мөмкинселеге лә. Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо бөйөк эпосыбыҙҙы йәштәргә танытыу, мәғәнәһен аңлатыу һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау. Маҡсаттарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәкәрҙәренә рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ.

Регина Рәдис ҡыҙы үҙ сиратында актив эшләгән уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһын Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  Радмир Хәйруллин дауам итте. Любовь Иванова шундай ҙа мәртәбәле байрамға саҡырғандары өсөн гимназия-интернат коллективына рәхмәт белдерҙе һәм иҫтәлекле бүләк - башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған «Урал батыр» китабын бүләк итте.
Сара башланғанда үлемһеҙ әҫәрҙең тәүге юлдары яңғыраны. Алып барыусылар Зүлиә Исламова һәм Эдуард Агишев, ҡобайырҙан өҙөктөр уҡып, тамашасыларға мөрәжәғәт итте.

Фатиха бир беҙгә, Урал батыр!

Яҡшылыҡҡа илтһен аҡ юлдар.

Еребеҙгә ырыҫ, бәхет килер,

Беҙ бергә һәм берҙәм булғанда.

«Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбленең (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова) сағыу костюмдарҙа һәр саҡтағыса ихлас, һоҡланғыс итеп  башҡарған «Башҡорт теле» йыры башҡа иҫтә ҡалырлыҡ сығыштарға башланғыс һалды. «Дарман» ҡурайсылар ансамбленең (етәксеһе Эдуард Агишев), Үҙәк мәҙәниәт һарайының «Алтынай» фольклор ансамбленең (етәксеһе Светлана Вәлиәхмәтова), яңғыҙ башҡарыусылар Ульяна Захарова, Әминә Һиҙиәтуллинаның сығыштары ла шундай уҡ сағыу биҙәк булды. 8 класс уҡыусыһы Сафия Пирғәлинаның эпостан илһамланып өҙөк уҡыуы  тамашасыларға бик оҡшаны. Ул «Урал батыр» эпик әҫәрен башҡарыусыларҙың һәм сәсәндәрҙең XXVIII төбәк-ара конкурсында Бәләбәй районы данын уңышлы яҡланы. Сафия эпостың 800 юлын ятлаған. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бөгөнгө көндә эпос донъяның 13 теленә тәржемә ителгән, ә беҙҙең байрамда уны уҡыусылар дүрт телдә - башҡорт, рус, татар һәм инглиз телдәрендә һөйләне.
Байрам ете башҡорт ырыуы вәкилдәренең сәхнәгә сығыуы, ырыуын, ағасын, ҡошон атауы менән тамамланды. Тап улар изгелек һәм тыныслыҡтың символик уттарын ҡабыҙҙы.

Шулай уҡ бөгөнгө тарихи ваҡиғала ҡатнашыусылар гимназия-интернат уҡыусыларының эпосҡа арналған һүрәттәр күргәҙмәһен, фелтинг техникаһы буйынса башҡорт орнаменттарын кейеҙҙән эшләү (Любовь Карпова), Дим буйында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме – селтәр сигеү (Нәзирә Фәрхетдинова) буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Йәш рәссамдар Полина Хәсәнова менән Виталина Гладкованың эпостан үҙҙәренә оҡшаған күренештәрҙе, геройҙарҙы төшөрөүҙәре лә иғтибарҙы йәлеп итте.
«Урал батыр» эпосы көнө башҡорт халыҡ ижадын һәм мәҙәниәтен һөйөүселәр өсөн ысын байрамға әүерелде.

Динар Минәжев, автор фотолары

 

Урал батыр рухы йәшәһен!
Урал батыр рухы йәшәһен!
Урал батыр рухы йәшәһен!
Урал батыр рухы йәшәһен!
Урал батыр рухы йәшәһен!
Урал батыр рухы йәшәһен!
Урал батыр рухы йәшәһен!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас