

Тәрбиәгә алған ғаилә – ул социаль башланғыс, ул интернатҡа урынлаштырыу урынына оло йәштәге яңғыҙ кешеләргә һәм инвалидтарға ғаилә мөхите булдырыу. Хәстәрлектең бындай форматы даими рәүештә ҡарау һәм ярҙам итеү, ғәҙәти йәшәү рәүешен һаҡлау, шулай уҡ ғаиләлә аралашыу йылыһы бүләк итеү мөмкинлеген бирә.
Тәрбиәгә алған ғаиләлә йәшәү ваҡыты, ике яҡтың да теләгенә ҡарап, бер айҙан бер нисә йылға тиклем булыуы мөмкин. Тәрбиәләгән кешегә 6 200 һум күләмендә түләү билдәләнгән. I төркөм инвалидты һәм 80 йәштән өлкән гражданды тәрбиәләгән өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙең күләме 30 процентҡа арттырыла һәм 8 060 һум тәшкил итә. Түләүгә килем һалымы һалынмай.
Оло йәштәге кешене йә инвалидты тәрбиәгә алған ғаилә ҡороу тураһында килеп тыуған барлыҡ һорауҙар менән Бәләбәй ҡалаһы һәм районы буйынса социаль участковыйҙар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Революционерҙар урамы, 12-се йорт.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан