Йәмғиәт
16 Июня , 09:00

Приют ветерандарының күңелдәре һәр саҡ йәш

Приют ҡасабаһының ветерандар советы көмөш ирекмәндәренең бошоноп ултырырға ваҡыттары юҡ. Һәр көндәре минутына тиклем иҫәпле... Был көндәрҙә Людмила Пашина етәкселегендәге ветерандар активы үҫмер быуын менән илһөйәрлек эшенә ҙур иғтибар бүлә.

Приют ветерандарының күңелдәре һәр саҡ йәшПриют ветерандарының күңелдәре һәр саҡ йәш
Приют ветерандарының күңелдәре һәр саҡ йәш

Үткән аҙнала улар «Юлдаш» балалар лагерында булды һәм балаларға Советтар Союзы Геройы Константин Парамонов тураһында һөйләне.

Балалар һауыҡтырыу сменаһы асылған «Һаулыҡ» шифахана-профилакторийында көмөш ирекмәндәрҙең кешеләргә нисек ярҙам итеүҙәре һәм «Онотолмаҫ хәтер...» проектында ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләнеләр.

Фашист Германияһының Советтар Союзына һөжүм итеүенең 85 йыллығы алдынан ошондай һөйләшеүҙәр тарихи хәтерҙе нығытыу өсөн кәрәк.

Ветерандар «Ҡыҙыл ҡәнәфер» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылған, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойоштора.

Рәсәй көнөндә Дан паркында байрам үткәргәндәр.

Активистарҙың айырым төркөмө Приют ҡасабаһының тарихын өйрәнә, архив документтары менән эшләй.

Людмила Пашина әйтеүенсә, йәш - изге эштәр өсөн ҡамасау түгел. Приют ветерандары әүәлгесә йәш күңелле!

Фотолар ветерандар советынан

 

Приют ветерандарының күңелдәре һәр саҡ йәш
Приют ветерандарының күңелдәре һәр саҡ йәш
Приют ветерандарының күңелдәре һәр саҡ йәш
Приют ветерандарының күңелдәре һәр саҡ йәш
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас