

Уға таҫма һәм почетлы граждан билдәһе, иҫтәлекле бүләк һәм сәскәләр гөлләмәһе тапшырылды.
Олег Диреев депутат корпусына һәм район хакимиәтенә уның хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, О.К. Диреев табип-офтальмолог булып 1986 йылда эшләй башлай, ә бер йылдан оҫта ойоштороусы булараҡ башта район, һуңынан ҡала һәм район офтальмология хеҙмәтен етәкләй. 2001 йылдан, республика офтальмология хеҙмәте үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, ул етәкләгән күҙ микрохирургияһы бүлеге Бәләбәй генә түгел, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Миәкә һәм Дәүләкән райондары пациенттарына махсус ярҙам күрһәтеүсе район-ара хирургия үҙәгенә әүерелә.
Һөнәри эшмәкәрлегенән тыш Олег Константинович йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
2001 йылда Олег Диреев «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән билдәләнә, ә 2015 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Башҡа наградалары һәм бүләктәре лә бар, улар иҫәбендә «МХО-ға булышлыҡ иткән өсөн» миҙалы.
Тағы ла бер данлы исем Бәләбәй районы тарихына инде.
Елена Петрова фотоһы