

Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Бәләбәй бүлексәһе һәм һуҡырҙар өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре, «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориалына сәскәләр һалып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
«Тарихтағы иң ҡурҡыныс һуғыштарҙың береһе башланған ошо ҡайғылы көндә беҙ совет халҡының ҡаһарманлығы һәм сыҙамлығы алдында баш эйәбеҙ. Беҙ азатлыҡ һәм тыныс күк йөҙө өсөн бирелгән миллионлаған ғүмерҙәрҙе онотмайбыҙ, Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлығы, ныҡлығы һәм фиҙакәрлеге менән ғорурланабыҙ. Геройҙарға мәңгелек дан!» – тип билдәләне активистар матәм тантанаһында һәм геройҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Фотолар: Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Бәләбәй төбәк бүлексәһе