Йәмғиәт
29 Июня , 08:00

Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...

Бәләбәй районының ветерандар советы яңыраҡ «Беҙҙең икмәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселәре башланғысы менән асылған Икмәк музейына экскурсия ойошторҙо.

Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...
Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...

– Экскурсия ғәҙәти булмаған рәүештә башланды. Автобус менән ҡаланың тарихи өлөшөнә – Долгое тауына барҙыҡ. Унда, Бәләбәй йылғаһы аға торған итәгендә, 200 йыл самаһы элек тирмән эшләгән. Әйткәндәй, ул 1837 йылда эшләнгән ҡала картаһында билдәләнгән. Өлкән кешеләр әйтеүенсә, Бәләбәйҙең ошо мөйөшөндә ике тирмән булған. Әлеге ваҡытта был урында ҡуйы урман үҫә, тирмәндәр тураһында Тирмәнле урамы һәм шул уҡ исемдәге тыҡрыҡ ҡына хәтерләтә.

Тәбиғәткә ҡарап һоҡланғандан һуң, экскурсанттар музейға юлланды. Музей ҡала элеваторы биналарының береһендә урынлашҡан.

Бында беҙҙе «Беҙҙең йорт» этноүҙәге хеҙмәткәре Ирина Спиридонова ҡаршы алды. Ул пенсионерҙар өсөн Үҙәк һәм музей буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙе, – тип һөйләне ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ишниязова.

Үҙ сәйәхәтен ветеран активистар Бәләбәйгә ҡала статусы бирелеүгә 245 йыл тулыуға арнаны.

Экскурсияның икенсе өлөшөндә ветерандар советы ағзаһы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Ася Кәбирова М. Цветаеваның ижады һәм районыбыҙҙа булыуы, шулай уҡ Бәләбәйҙе данлаған башҡа билдәле кешеләр хаҡында һөйләне.

Программа Светлана Земскова һәм Анна Шәймөхәмәтова башҡарыуында музыкаль номерҙар менән тамамланды. Экскурсияла ҡатнашыусылар Марина Цветаева шиғырҙарына яҙылған романстар һәм йырҙар тыңлап  кинәнде.

– Быйыл «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» проекты беренсе ярты йыллыҡҡа финанслауҙы туҡтатты, ләкин беҙ пенсионерҙарыбыҙ өсөн тыуған яҡ буйлап ҡыҫҡа сәйәхәттәр үткәреү мөмкинлеген эҙләүҙе һәм үткәреүҙе дауам итәбеҙ, һәм был йүнәлештә эш дауам ителәсәк. Беҙгә һәр ваҡыт «Бәләбәй электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алексей Травницкий ярҙам итә (район буйынса автобус бушлай бүленә).

Бәләбәйҙән ситкә сығырға ла ниәтләйбеҙ, ләкин барасаҡ туристар иҫәбенә. Сәйәхәт итергә теләүселәр өсөн был ғәҙәти күренеш, – тип уртаҡлашты ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов.

Әүҙем оҙон ғүмергә юлда бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр бар.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34786) 3-25-57 (Бәләбәй районының ветерандар советы).

Фотолар: ветерандар советы фотоһы

Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...
Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...
Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...
Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...
Оҙон ғүмерлелеккә юлда ҡыҙыҡлы нәмәләр күп...
Автор:Любовь Иванова әҙерләне
Читайте нас