

Оптималь температурала һәм дымлылыҡта контроль умартаның артымы көнөнә 8-10 килограмға етеүе ихтимал, ти белгестәр. Бал йыйыу миҙгелендә ямғырҙар нектарҙы йыуа һәм бал ҡорттарына осорға ҡамасаулай был балды ҡырҡа кәметә. Саманан тыш ҡоролоҡ та зарарлы: үҫемлектәр нектарҙы насар бүлә, ә эҫелә бал ҡорттары бал йыйыуға түгел, ә елләтеүгә көс сарыф итә.
2026 йыл башына бал ҡорто ғаиләләре 226 мең самаһы тәшкил иткән. Бал ҡорто ғаиләләренең 90 проценттан ашыуы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа тотола. Былтыр умартасылар 5,6 мең тоннанан күберәк тауар балы йыйған. Эксперттар баһаһы буйынса, бындай һөҙөмтә республикаға Рәсәйҙә күләме буйынса икенсе бал етештереүсе статусын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән.
Быйылғы ямғырлы йылда күпме булырын киләһе йыл күрһәтер инде...
Башньюс